Мөхәббәт — Башҡорт Википедияһы Мөхәббәт Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте Перейти к навигации Перейти к поиску Йөрәк — Мөхәббәт символы Мөхәббәт — кешегә генә хас булған тойғо, бер кешенең икенсе кешегә ҡарата тәрән бәйләнеше, симпатияһы, һөйөүе[1][2][3][4]. Йөкмәткеһе 1 Мөхәббәттең төрҙәре 2 Исламда мөхәббәт төшөнсәһе 2.1 Хәҙис шәриф 3 Мөхәббәт - ауыҙ-тел ижадында 4 Иҫкәрмәләр 5 Әҙәбиәт 6 Һылтанмалар Мөхәббәттең төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә] Кемгә йәки нимәгәлер булған яратыу тойғоһо; һөйөү. Әсәгә булған мөхәббәт. Ике енес кешеләре араһындағы яратыу хисе; ғишыҡ. Саф мөхәббәт. Тәүге мөхәббәт. Берәй нәмә менән мауығыу йәки ҡыҙыҡһыныу тойғоһо. Китапҡа булған мөхәббәт.[5] Мөхәббәт — донъя мәҙәниәтендә һәм сәнғәтендә дөйөм һәм фундаменталь тема булып ҡала. Мөхәббәтте тикшереү боронғо фәлсәфәүи системаларҙа һәм әҙәбиәттә лә сағылыш тапҡан. "Мөхәббәт" ғәрәп теленән килгән һүҙ тигән ҡараш киң таралһа ла, уның сығышы боронғо Һиндостанда дини-фәлсәфәүи ихтыяждарға хеҙмәт итеүсе әҙәби тел — санскрит теленә бәйле. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың төрлө райондарында алып барылған археологик эҙләнеүҙәр нигеҙендә Көньяҡ Уралда бик боронғо дәүерҙәрҙә hинд-герман телдәр ғаиләhенә ҡараған иран-арий ҡәбиләләре йәшәүе иҫбат ителде. Был ҡәбиләләрҙең йәшәү рәүеше, йолалары hәм ғәрөф-ғәҙәттәренең үтәлеше, башҡорт теле менән уртаҡлыҡтары булыуы тураhында фәнни мәғлүмәттәр көн битенә сыҡты. Бына шул санскрит телендә maxabhuta — бөтә нәмә, бөтә тереклектең барлыҡҡа килеүен тәьмин итеүсе дүрт тәүэлементтың (ер, ут, һыу, һауа) бергәлегенә ишара яһаусы төшөнсәне аңлата. Һиндостандан таралған дини-фәлсәфәүи тәғлимәт — йога өйрәтеүенсә, аңы йөрәк тәңгәлендәге анахата кимәленә күтәрелгән осраҡта ғына,әҙәм балаһы был тойғоға эйә була ала. Шуға күрә кешелек донъяhына хас барса мөнәсәбәттәрҙә лә даими рәүештә теүәл hәм яуаплы булырға өйрәтә йога тәғлимәте: ата-әсә һәм бала, ир-ҡатын, туған-зат, дуҫ-иш кимәлендә генә түгел, ә шулай уҡ милләтеңә, туған телеңә, Тыуған илеңә тоғролоҡ hаҡлай белеү — былар барыhы ла мөхәббәт тойғоһоноң йәшәйешебеҙҙәге сағылышы. Кешеләр араhын бутау, дошманлашыу, үс hаҡлау, көнләшеү, кенә ҡыуыу кеүек түбән хис-тойғоларҙан арынып ҡына, йөрәген таҙартыу мөмкин әҙәм балаhына. Исламда мөхәббәт төшөнсәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә] Мөхәббәт Аллаһы тәғәлә тарафынан Әҙәм ғ.с. һәм уның хәләл ефете Һауа мөнәсәбәттәрендә үк һалынған. Аллаһ кешелектең Тәүатаһы Әҙәмде барлыҡҡа килтергәндән һуң, уның бәдәненән үк Инәбеҙ Һауаны яралтҡан. Уларға һөйөү тойғоһо биреп, йәндәренә, тәндәренә ләззәт бүләк иткән. Уларҙан инде был тойғолар барлыҡ кешелеккә бирелгән. Пәйғәмбәрҙәрҙән мөхәббәт нигеҙендә ғаилә ҡороу, никах йолаһы ингән. Ҡорьәндә был хаҡта шулай тиелгән Үҙегеҙҙән ҡатындарҙы яралтыу ҙа, ул ҡатындар менән (ләззәтләнеп) бергә йәшәүегеҙ ҙә, ир менән ҡатын араһындағы мөхәббәт һәм наҙ, бер-береңдең хаталарын кисерә белеү, һис шикһеҙ, Аллаһтың ҡөҙрәтенә асыҡ дәлилдәрҙер. Хаҡтыр, был эштәрҙә фекерләй белеүсе ҡәүемдәр өсөн ғибрәттәр бар Әр-Рум 30:29 . "Мөхәббәт" һүҙе дини яҙмаларҙа йыш осрай, әммә уларҙың күпселеге Аллаһы тәғәләгә, Мөхәммәт Пәйғәмбәргә (с.ғ.с), башҡа пәйғәмбәрҙәргә, хаҡ имадарға һ.б һәм мөьмин-мосолмандың үҙ-ара һөйөүен күҙҙә тота. "Йософ үә Зөләйха" ғишҡы Ҡөрьәндә лә телгә алына. Йософ ғәләйһиссәләм ғиффәтлелек, нәфсеһен тыя белеү өлгөһө булһа, Зөләйха миҫалы иһә мөхәббәттең ни тиклем яндырғыс була алыуын бәйән итә. Сәләмәт йөрәккә эйә булыу — кешенең Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында уңышҡа ирешеүселәрҙән булыуынан. Ауырыуҙарҙан һәм боҙоҡлоҡтарҙан азат булған йөрәк кенә сәләмәт һанала. Бындай йөрәктә Аллаһҡа мөхәббәттән, Унан ҡурҡыуҙан һәм Унан йырағайтыусы нәмәләрҙән ҡурҡыуҙан башҡа бер нәмә лә юҡ. …байлыҡ та, балалар ҙа файҙа килтермәгән ул көндә (Ҡиәмәт көнөндә) Аллаһ янына сәләмәт йөрәк менән килеүсе генә ҡотоласаҡ Әш-Шуъара 26:88, 89 Хәҙис шәриф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә] Ике кеше араһындағы, ир менән ҡатын араһындағы мөхәббәт Аллаһ хаҡына булғанда ғына мөхәббәт иң юғары ләззәт бирә, ғаиләләрҙең бәхетенә нигеҙ була тип һанай Ислам дине. Бер кеше икенсеһен Аллаһ хаҡына ихлас, иманлы һөйөү менән яратһа ғына диненең ләззәтен татыр. Әнәс, әл Бухари, Мөслим һәм әт-Тирмизи хәҙис шәрифтәренән [6] Мөхәббәт - ауыҙ-тел ижадында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә] Мөхәббәт тойғоһо кешелеккә хас тойғоларҙың иң көслөһө һәм иң бөйөгө. Уның хаҡына кешелек донъяһы тарихында батырлыҡтар ҡылынған, иң ҡаты һынауҙар үтеп сығылған, иң матур риүәйәттәр яҙылған, йырҙар йырланған. Башҡорт халҡы борондан "Йософ үә Зөләйха", "Таһир үә Зөһрә" кеүек дастандарҙы белгән, яттан һөйләгән, телдән-телгә тапшырған. "Сәлимәкәй (йыр)", "Зәлифәкәй (йыр)", "Зөлхизә (йыр)" кеүек халыҡ йырҙары мөхәббәткә, һөйгән йәрҙәренә бағышлап сығарылған. Был юғары тойғоға күп кенә башҡорт халыҡ мәҡәл-әйтемдәре бағышланған: Мөхәббәткә үлем юҡ. Мөхәббәт өсөн йән фиҙа. Мөхәббәт таш ярҙырта. Мөхәббәт уты тамуҡ утынан ете өлөш артыҡ булыр, ти. Мөхәббәт уты майhыҙ ҙа яныр. Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә] ↑ Любовь // Толковый словарь Ожегова (копия) ↑ Аверинцев С. С., Спиркин А. Г. Любовь // БСЭ ↑ Love // Oxford English Dictionary. — Oxford University Press, 2008 ↑ Love // Merriam-Webster Dictionary (инг.)баш. ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005) ↑ Таинство истинной любви [1] Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә] Ҡөрьән Кәрим. - Башҡорт теленә тәржемә. Әхтәмов М. Х. Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре hәм әйтемдәре hүҙлеге. — Өфө, 2008. — 776 бит. Бейешев Ә.Ғ., Сөйәрғолов Ә., Хисамов Ғ.А. Ҡөрьән Кәрим — Өфө: Китап, 2009.- 960 бит. Кочергина В. А. Санскритско-русский словарь. — М., 1996. — 895 с. Ребер, Артур С. Большой толковый психологический словарь = The Penguin Dictionary of Psychology: Second Edition — 2-е издание. — М: Вече, АСТ, 2001. — Т. 1-2. — 1152 б. — 8000 экз. — ISBN 5-17-009151-6, ISBN 5-17-009148-6, ISBN 5-17-008900-7, ISBN 5-7838-0606-4, ISBN 5-7838-0605-6. Болонь Жан-Клод История любовных побед от античности до наших дней. М., Текст, 2010. ISBN 5-7516-0803-3 Вышеславцев Б. П. Этика преображенного Эроса. Проблемы Закона и Благодати (недоступная ссылка с 15-05-2013 (2758  дня) — история). — М.: Республика. — 1994. — 368 с. Дроздов. В. Мистическая любовь в иранском суфизме // Востоковедение: Филологические исследования Вып. 26: Сб. статей. — СПб.: 2005. — С. 129—138 Ильин Е. П. Эмоции и чувства. — СПб: Питер, 2001. — 752 с. ISBN 5-318-00236-6 Иванченко Г. В. Логос любви. — М.: Смысл, 2007. — ISBN 978-5-89357-236-0 Карпов М. М. Что такое любовь? Очерк. — Ростов н/Д. 2005. — 76 с. Слободяник А. П. Любовь, определение // Психотерапия, внушение, гипноз. Киев: Здоров’я, 1977. — С. 345—346 Чавдарова Д. Метафора «любовь — пища» в русской литературе XIX века // Алфавит: Строение повествовательного текста. Синтагматика. Парадигматика. — Смоленск: СГПУ, 2004. — С. 222—230 Fromm, Erich. The Art of loving. An Enquiry into the Nature of Love. — N.Y.: Harper & Row, 1956. Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә] Мусульманская семья. Любовь в Исламе. Истинный Ислам на YouTube Зөлхизә. Айгөл Һағынбаева йырлай на YouTube Фрагмент фильма «Ромео и Джульетта»: Признание в любви, 00:08:42, 1968 на YouTube «Музей Любви» на сайте «Ромео и Джульетта» https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=Мөхәббәт&oldid=964123 ҡабул ителгән Категориялар: Мөхәббәт Этика төшөнсәләре Ислам философияһы Йәшерен категориялар: Википедия:Статьи с нерабочими ссылками с май 2013 ISBN серле һылтанмаһын ҡулланған биттәр Навигация Шәхси ҡоралдар Танылмағанһығыҙ Әңгәмә Башҡарған эштәр Яңы ҡатнашыусыны теркәү Танылыу Исем арауыҡтары Мәҡәлә Фекер алышыу Варианттар Ҡарауҙар Уҡыу Үҙгәртергә Вики-тексты үҙгәртергә Тарихты ҡарау Тағы Эҙләү Төп йүнәлештәр Баш бит Алфавитлы күрһәткес Ағымдағы ваҡиғалар Мәҡәләләр Һайланған Яҡшы Сифатлы 1 000 мотлаҡ 10 000 әһәмиәтле Башҡортнамә Яңы мәҡәләләр Осраҡлы мәҡәлә Ҡатнашыу Берләшмә Ҡоролтай Һуңғы үҙгәртеүҙәр Белешмә Иғәнә Матди ярҙам Ҡоралдар Бында һылтанмалар Бәйле үҙгәртеүҙәр Махсус биттәр Даими һылтанма Бит мәғлүмәттәре Мәҡәләгә һылтанма яһа Викидата элементы Баҫтырырға/сығарырға Китап төҙөргә PDF форматында күсереп алырға Баҫтырыу өлгөһө Башҡа проекттарҙа Викимилек Башҡа телдәрҙә Afrikaans Akan Alemannisch አማርኛ Aragonés Ænglisc العربية الدارجة مصرى অসমীয়া Asturianu Azərbaycanca تۆرکجه Boarisch Žemaitėška Беларуская Беларуская (тарашкевіца)‎ Български বাংলা བོད་ཡིག Brezhoneg Bosanski Буряад Català Mìng-dĕ̤ng-ngṳ̄ Нохчийн کوردی Corsu Čeština Чӑвашла Cymraeg Dansk Deutsch Ελληνικά English Esperanto Español Eesti Euskara Estremeñu فارسی Suomi Français Frysk 贛語 Kriyòl gwiyannen Gàidhlig Galego Avañe'ẽ गोंयची कोंकणी / Gõychi Konknni ગુજરાતી Hausa 客家語/Hak-kâ-ngî עברית हिन्दी Fiji Hindi Hrvatski Kreyòl ayisyen Magyar Հայերեն Interlingua Bahasa Indonesia Igbo Ilokano Íslenska Italiano ᐃᓄᒃᑎᑐᑦ/inuktitut 日本語 Patois Jawa ქართული Қазақша ភាសាខ្មែរ ಕನ್ನಡ 한국어 कॉशुर / کٲشُر Ripoarisch Kurdî Кыргызча Latina Ladino Lëtzebuergesch Limburgs Ligure Lumbaart Lingála Lietuvių Latviešu Македонски മലയാളം Монгол मराठी Bahasa Melayu Malti Mirandés မြန်မာဘာသာ Nāhuatl नेपाली नेपाल भाषा Nederlands Norsk nynorsk Norsk bokmål Occitan ଓଡ଼ିଆ ਪੰਜਾਬੀ Picard Polski Piemontèis پنجابی پښتو Português Runa Simi Română Русский Русиньскый Саха тыла ᱥᱟᱱᱛᱟᱲᱤ Sardu Sicilianu سنڌي Srpskohrvatski / српскохрватски සිංහල Simple English Slovenčina Slovenščina Soomaaliga Shqip Српски / srpski SiSwati Svenska Kiswahili தமிழ் Тоҷикӣ ไทย Türkmençe Tagalog Türkçe Xitsonga Татарча/tatarça ئۇيغۇرچە / Uyghurche Українська اردو Oʻzbekcha/ўзбекча Vepsän kel’ Tiếng Việt Walon Winaray 吴语 მარგალური ייִדיש 中文 文言 Bân-lâm-gú 粵語 Һылтанмаларҙы төҙәт Был бит һуңғы тапҡыр 20:40 26 август 2020 үҙгәртелгән. Текст Creative Commons Attribution/Share-Alike лицензияһы шарттары буйынса асыҡ, айырым осраҡтарҙа өҫтәмә шарттар ғәмәлдә булырға мөмкин. Тулы мәғлүмәт өсөн ҡарағыҙ: Ҡулланыу шарттары. Сер һаҡлау сәйәсәте Википедия тураһында Яуаплылыҡтан баш тартыу Мобиль нөсхә Яһаусылар Статистика Cookie тураһында килешеү